2019 йылда Учалы коррекцион мәктәп-интернаты “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Заманса мәктәп” федераль проектында ҡатнашты. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 4 миллион 193 мең һум, республика ҡаҙнаһынан 83 мең һум аҡса бүленә. Улар учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелә.
Проект аҡсаһына уҡытыусы-дефектолог кабинеты методик-дидактик материалдар менән тулылана, компьютер класы, ҡорамалдар, мультимедиа саралары ҡайтартыла, хеҙмәт дәрестәре кабинеттарына ағас эшкәртеү станоктары, технология кабинетына теген, сигеү машинкалары урынлаштырыла.
Балалар көнкүреш техникаһын ҡулланырға өйрәнеп үҫһен өсөн мәктәптә махсус кабинет та йыһазландырылған. Проект аҡсаһына ул тағы ла тулыланған: электр плитәһе, үтектәр, аш-һыу гарнитуры, микротулҡынлы мейес һәм башҡа көндәлек тормошта ҡулланылған кәрәкле көнкүреш техникаһы ҡайтартылған.
Шулай уҡ тренажерҙар һәм балалар спорт комплексы һатып алынған. Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән улар мәктәп янындағы стадионда урынлаштырыласаҡ.
“Коррекцион мәктәп-интернаттарҙың төп маҡсаты – сәләмәтлектәре сикләнгән балаларҙы социаль мөхиттә үҙаллы йәшәй алырлыҡ шәхес итеп әҙерләү, тормошҡа яраҡлаштырыу, көнкүрештә кәрәк буласаҡ беренсе мөһим күнекмәләр биреү, уларҙы тормошта файҙаланырға, хеҙмәт коллективында йәшәргә өйрәтеү.
Учреждениеның матди-техник базаһы нығыныуы был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк”, - ти учреждение директоры Эльвира Зәйнуллина.
Автор фотоһы. Автор: Римма Султанова