+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 11:29

Владимир Путин АСИ башлығынан нимә һораны?

Рәсәй Президенты Ново-Огареволағы резиденцияһында АСИ ойошмаһының генераль директорын ҡабул итте.

Рәсәй Президенты Ново-Огареволағы резиденцияһында АСИ ойошмаһының генераль директорын ҡабул итте.
Был аббревиатураға аптырамағыҙ. АСИ - стратегик инициативалар агентлығы ул. Уның башлығы Светлана Чупшева менән орсашты ил етәксеһе. Бергәләп мәғариф, медицина, ҡала һәм технологик үҫеш, инвестиция климатына һәм эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү кеүек төп йүнәлештәге инновацион проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләренә байҡау яһанылар.
АСИ етәксеһе башҡарған эштәре тураһында ярайһы ғына оҙон итеп теҙеп һөйләне. Мәҫәлән, эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау хаҡында. Быға бәйле махсус платформа булдырғандар икән. Әле унда 1300-гә яҡын эшҡыуар теркәлгән. 600 мөрәжәғәт МВД, Тәфтиш комитеты, Генераль прокуратура, именлек хеҙмәте кеүектәргә ебәрелгән.
- Ә ниндәй ведомство менән эшләүе еңелерәк? - тип һораны Владимир Путин ҡапыл ғына. - Конструктив йәһәттән бөтәһе менән еңел. ФСБ яуаптарҙы бик тиҙ бирә. Уға мөрәжәғәттәр ҙә әҙ. Иң күп мөрәжәғәт МВД өлкәһендә.
- Тегендә-бында кире йөрөтмәйҙәрме? - тип һорап ҡуйҙы Президент тағы.
- Уныһы ла була. Әммә бында ла тиҙ генә эшләргә тырышабыҙ. ике айҙа тамамлайбыҙ, - тип яуапланы Чупшева ханым.
Бик йөкмәткеле һөйләшеү булды. АСИ менән эшләһәгеҙ, юғалып ҡалмаҫһығыҙ, һорауҙарығыҙға ла яуап табылыр.
Фото: Кремлин.ру Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: