+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 18:25

“Аманат”тың һыуығай һаны донъя күрҙе!

Кем “Яҙыл да бүләк от!” уйынында еңеүсе булған? Кем был юлы “Оҫтахана” конкурсында еңгән? "Аманат"тың һыуығай һанында күптәр үҙҙәренең исем-шәрифен күреп ҡыуаныр. Әйҙәгеҙ, был һанға күҙәтеү яһап алайыҡ.

“Аманат”тың һыуығай һаны “Яҙыл да бүләк от!” уйынында Борай, Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Ғафури һәм башҡа райондарҙан яҙылыусыларҙың купондары бүләктәр отто. Кемдәр икәнлеген бик тиҙҙән журналдың беренсе битендә уҡырһығыҙ.
Йылдағыса “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғырҙар, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр конкурстарына күптин-күп әҫәрҙәр килә һәм иң-иңдәре журнал биттәрендә донъя күрә. Тиҙҙән иң әүҙем һәм һәләтле ижадсыларҙы беҙ баш ҡалаға саҡырып, бүләкләйәсәкбеҙ.
Журналыбыҙҙа беҙ Башҡортостанда, Рәсәйҙә танылыу яулаған шәхестәрҙең бала сағы тураһында даими яҙып торабыҙ. Был юлы “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Бар ғүмерен балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаларына бағышлаған апайҙың кескәй сағы тураһындағы мәҡәлә һеҙгә оҡшар, тип уйлайбыҙ.
“Башҡорт тарихы” рубрикаһында тарихсы Азат Юлан ағайығыҙ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында көн иткән Ҡырғыҙ ырыуы менән таныштыра. Әйткәндәй, Ҡырғыҙ башҡорттарының тамырҙары Алтайҙа һәм Урта Азияла көн иткән боронғо төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Хәҙерге көндә Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары биләгән территория Башҡортостандың Баҡалы, Илеш, Краснокама, Туймазы, Шаран райондарына һәм күрше Татарстандың Аҡтаныш, Аҙнаҡай, Ютазы, Баулы, Туҡай райондарына ҡарай.
Был юлы “Аманат”та ниндәй ҡыҙыҡлы хикәйә баҫылып сығыр икән, тип көтәһегеҙҙер моғайын. Юнир Салауатовтың “Рәшиҙә менән Рәсимә” хикәйәһе һеҙгә оҡшар, тигән фекерҙәбеҙ.
Нефтекама башҡорттары, унда йәшәүсе тиҫтерҙәребеҙ нисек йәшәй икән? Башҡортлоҡ мөхите унда бармы? Был һорауҙарға яуап эҙләп, “Аманат”тар унда барып та ҡайтты әле. Нефтекама башҡорт гимназияһы тураһындағы мәҡәлә тап шуның турала.
“Егетең бармы?” – тигән һорауға “Аманат”тың “Йыл һылыуы – 2019” Наҙгөл Күсәрбаева: “Егет менән түгел, БДИ менән дуҫлашам бит”, - тип тапҡыр ғына яуап ҡайтарҙы. Һылыуҡайыбыҙ тураһында журналыбыҙҙың 15-се битендә уҡырһығыҙ.
Журналыбыҙҙың ҡап уртаһындағы постерҙа был юлы йырсы, ҡурайсы, алып барыусы шәп егет - Рифат Йәмлихиндың фотоһы донъя күрҙе. Ә йондоҙ менән әңгәмәне Миләш Байъегетова яҙып алды.
Декабрь айында Башҡортостанда бер-бер артлы ҡот осҡос хәбәрҙәр таралды: үҫмер бала ағыуланған икән, ниндәйҙер кәнфит ашап, реанимацияға эләккән... Уй Алла, ҡыҙҙар ҙа шул ағыуҙы татып ҡарарға булған. Ҡайҙа тәгәрәй был тормош? Балалар һәләк була бит! Һүҙҙең “снюс” тураһында барыуын аңлағанһығыҙҙыр, моғайын! “Тышы сағыу, әммә эсе тулы ағыу” тип аталған мәҡәләне һәр балаға, һәр оло кешегә уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Белгән кеше – ҡораллы, тиҙәр.
Дуҫтар, ә һеҙ йоҡларға яратаһығыҙмы? Ә йоҡоға бәйле лайфхактар беләһегеҙме? Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ һеҙгә бер бит тултырып шуларҙың иң ҡыҙыҡлыларын әҙерләгән. Беҙгә бик оҡшаны былай!
Был юлы “Һыуығай һылыуы” титулы өсөн көрәш бик-бик көсөргәнешле барҙы. “Бәйләнештә” сайтындағы һораулама тураһында һүҙебеҙ. 1690 тауыш йыйып, Әбйәлил һылыуы Әминә беренсе урынға сыҡты. Ай һылыуы һәм башҡа ҡыҙҙар менән һеҙ журналыбыҙҙың 20-се битендә танышырһығыҙ.
Тәбиғәттән бөҙрә сәслеһеңме? һин бәхетле ҡыҙ, сөнки был үҙенсәлекле матурлыҡ һәр кемгә тәтемәй. Көн һайын бигудиҙар, плойка ярҙамында сәстәрен бөҙрәләтеп йонсоған әхирәттәрең ҡыҙығып та, көнләшеп тә ҡарай үҙеңә. “Үәт кемгә рәхәт ул. Ваҡыт әрәм итергә лә кәрәкмәй!” - тиҙәр. Ә күпселек бөҙрәкәйҙәрҙең тура сәс хаҡында хыялланғанын беләме икән был шыма сәсле һылыуҙар? Ай-һай, юҡтыр. Ә бөҙрә сәс айырыуса тәрбиәгә мохтаж. Айһылыу Ғәбиҙуллинаның кәңәштәре бөҙрәкәйҙәргә бик килешер, моғайын.
Бумеранг законына ышанаһығыҙмы? “Мәңгелек сер”гә килгән хатты уҡып, беҙ бер аҙ инанып ҡуйҙыҡ. Егетте һанға һуҡмаған ҡыҙ һәм ҙурайғас бик аҡыллы, һәйбәт ир-егеткә әүерелгән малай тураһында ул. Һеҙгә был тарих бик оҡшар. Донъя бер алдын, бер артын күрһәтә шул. Ҡыҙҙар, бик ҡаты бәғерле булып ҡыланмағыҙ!
Рәзил ағайығыҙ был юлы һеҙгә интернетта ниндәй аҡса эшләү юлдарын өйрәтер икән, тип уйлайһығыҙмы? Бөгөн телевидениеның реклама бизнесын интернет селтәре тартып ала башланы. Тимәк, бөгөн интернатта аҡса эшләү мөмкинлектәре арта. Нисек итеп социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрҙе “эшкә егеп” булыуы тураһында ул аңлата. Ҡулда телефон булғанда тик ултырмайыҡ, телефонға һалырлыҡ булһа ла аҡса эшләп алайыҡ!
Читайте нас: