+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 13:40

Башланғыс синыф уҡыусыларын бушлай ашатыуға бюджеттан күпме аҡса талап ителә?

Башҡортостанда киләһе йылдан техник яҡтан әҙер булған мәктәптәрҙә башланғыс синыф уҡыусыларын бушлай ашатыу ойоштороласаҡ. Тик бушлай тигәне төшкө ашҡа ғына ҡағыла, буғай.

Башҡортостанда киләһе йылдан техник яҡтан әҙер булған мәктәптәрҙә башланғыс синыф уҡыусыларын бушлай ашатыуҙы ойоштороласаҡ. Халыҡҡа ижтимағи ярҙам күрһәтеү буйынса видео-селектор кәңәшмәһендә тап ошо мәсьәлә тураһында һүҙ барҙы.
Мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, 2021 йылда башланғыс синыф уҡыусыларына бушлай ашатыуҙы ойоштороуға йәмғеһе 1,6 млрд һум аҡса кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ ул балаларҙы бушлай ашатыу тураһындағы федераль закондың әлегә үҙ көсөнә инмәгәнлеге, төбәктәрҙән башланғыс синыф уҡыусылары һаны тураһындағы мәғлүмәт йыйылыуы, шул һандарға нигеҙләнеп, күпме аҡса кәрәк буласағын иҫәпләп сығарасаҡтары тураһында ла әйтте.
Әлеге ваҡытта республика мәктәптәрендә 1-сенән 4-се синыфҡа тиклем бөтәһе 220 мең бала белем ала.
Өфөлә бер уҡыусының ике иртәнге һәм төшкө ашы яҡынса 33 һумға төшә. Мәғариф министрлығы, дөйөм сумманы иҫәпләп сығарыу өсөн, уртаса хаҡты бер балаға 45 һумдан алды. Әйткәндәй, балаларға тик төшкө аш ҡына бушлай таратыласаҡ.
Ошонан сығып, 2020 йылдың 1 сентябренән 31 декабренә тиклем балаларҙың туҡланыуына 756 млн һум кәрәк буласаҡ.
Министр урыбаҫары әйтеүенсә, бушлай туҡланыуға уҡыу йылы башынан республика мәктәптәренең үҙ аҙыҡ-түлек блогы булғандары күсә ала. Ә 45 белем усағында блоктар юҡ, төҙөргә кәрәк буласаҡ.
Шулай уҡ аҙыҡ-түлек блоктарынан иҫкергән, 63-95 процентҡа сафтан сыҡҡан ҡоролмалар алынып, яңылары ҡуйыласаҡ.
Әлегә башланғыс синыф уҡыусыларына бушлай төшкө аш ашатыу өсөн ниндәй бюджеттан аҡса бүленәсәге билдәле түгел. Күҙаллауҙар буйынса, федераль, республика һәм муниципаль бюджжеттан алынасаҡ.
“Башҡортостанда был мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ өҫөнә алырға әҙер булған аутсорсерҙар бар. Улар тендер буйынса бер йылға түгел, ә оҙайлы ваҡытҡа, мәҫәлән, өс йылға килешеү төҙөргә риза”, - ти Сауҙа буйынса дәүләт комитеты председателе вазифаһын башҡарыусы Валерий Белов.
Кәңәшмәлә, шулай уҡ, мәктәптәргә өҫтәмә ҡоролмалар һатып алыу өсөн 549 млн һум кәрәклеге тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды.
Читайте нас: