+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 13:36

Халыҡ-ара диктантта ҡатнашығыҙ

Башҡорт ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант үткәрә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант ойошторорға йыйына. Кисә ҡоролтайҙың биләмәләр менән эшләү комиссияһы йыйылышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
Акция генерал-майор, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың 120 йыллығына арнала.
«Башҡорт теле йылында Рәсәй субъекттарының башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәренә башҡорт телен ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләләрен әҙерләргә тәҡдим ителде. Йыйылышта шулай уҡ ҡоролтайҙар эшен баһалау критерийҙарын индереү тикшерелде», — тип хәбәр итте комиссия ағзалары.
Читайте нас: