+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 19:45

Һуғыш урлаған бала саҡ.

КОНКУРСҠА2020 йылда беҙҙең илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75йыллыҡ юбилейын билдәләп үтәсәк. Ә бит беҙ, олотай-өләсәйҙәрҙең ауыр һуғыш йылдарында нисек көн күреүе тураһында бер ваҡытта ла уйланмайбыҙ. Беҙҙең бала саҡ – иң бәхетле мәл. Ә уларҙың бала сағы булдымы һуң?

"Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юк ",– тиҙәр.
2020 йылда беҙҙең илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75йыллыҡ юбилейын билдәләп үтәсәк. Ә бит беҙ, олотай-өләсәйҙәрҙең ауыр һуғыш йылдарында нисек көн күреүе тураһында бер ваҡытта ла уйланмайбыҙ. Беҙҙең бала саҡ – иң бәхетле мәл. Ә уларҙың бала сағы булдымы һуң?
Мин, бына ошо һуғыш йылдарындағы өләсәйемдең бала сағын бәйән итмәксемен. Эҙләнеү эшемдең темаһы булараҡ, 2019 йылда Учалы ҡалаһында үткәрелгәнән ғәмәли конференцияла ҡатнаштым һәм номинат булдым. Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһында эшләүсе әсәйем Зилә Йәғәфәр ҡыҙы ла бик күп ярҙам итте, өләсәйем менән әңгәмәләшеү, синыфташтарыма һуғыш ваҡыты балаларының тормошо тураһында һөйләү, материалдар менән таныштырыу булды эшемдең төп бурысы.
Һуғыш һәм балалар... Бер-береһенә яҡын да тормаған һүҙҙәр. Һуғыш өләсәйемдең дә ғаиләһен урап үтмәгән. Һуғыш башланғанда бала ғына булған өләсәйем Зәйнуллина Зөләйха Мәхмүт ҡыҙы 1929 йылдың 23 мартында Ишембай районы Яңы-Һәйет ауылында беренсе бала булып доньяға килә. Зөләйха өләсәйемә туҡһан йәш булыуына ҡарамаҫтан,әле лә хәтере яҡшы, әсе һуғыш йылдарын бөгөнгөләй хәтерләй. Һуғыш башланғанда 12 генә йәш булған өләсәйемдең һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлап булмай, үҫмер балаларҙы йәлләүҙән күҙгә йәш төйөлә. Ниндәй генә ауырлыҡтарҙы кисерергә, ни генә күрергә яҙмаған бит уларға!
Беҙҙең тау-урман яғында халыҡ үҙе уйлап тапҡан, йыл һайын йәй башында үткәрелә торған байрам була торғайны, – тип, хәтирәләрен һөйләй башланы Зөлхизә өләсәйем. Исеме лә ҡәҙимгесә: ҡымыҙлыҡ байрамы. Беҙҙең Яңы Һәйет ауылы 22 июнь көнө ана шул байрамды үткәрергә тейеш ине.
Әммә халыҡтың матур уйын, урман киңлектәрендә уҡталған балалыҡ хыялдарын "Һуғыш" тигән яман һүҙ селпәрәмә килтерә...
Ауылдың ир-аттарын һуғышҡа оҙаталар, бар эш ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр өҫтөнә ҡалдыүүа. Өләсәйем дә шул саҡта ҡап һуға, һалабаш төшөрә,12 йәшендә бесән саба. Бишенселә уҡығанда инде башмаҡ-кәлуш үреү, промартелгә септә, пушкалар тарта торған мисәү бауҙары үреү, йыуғыс тетеү – барыһына ла тиҙ өйрәтә һуғыш. Уларҙың һәммәһе лә фронтҡа кәрәк ине. Зөлхизә өләсәйем бик иртә етем ҡала.Уның атаһы – Мәхмүт олотай 1906 йылда тыуып, 26 ғына йәшендә бик ҡаты ауырып вафат була. Ул ваҡытта өләсәйемә – 4 йәш, ә уның бер туған ҡустыһы Зиннур олотайға 1 йәш кенә була. Зөләйха өләсәй менән Зиннур олатайҙы Мәхмүт олотайҙың бер туған ҡустыһы Әбделхәлим исемле олатай үҙ тәрбиәһенә алып ҡарап үҫтерәләр.
Ә Әбелхәлим олатай Беренсе Бөтә донья һуғышында ла ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1943 йылда һуғышҡа китә. Ғаиләһенә уның "хәбәрһеҙ юғалды" тигән ҡара ҡағыҙы ғына әйләнеп ҡайта. Әбделхәлим олатайҙың һуғыштан ҡайтмауы, туғандарының, яҡындарының ғүмер буйы үҙәктәрен өҙә.
Ауыр эштән барлы-юҡлы кейемдәр ҙә иҫкереп бөтә. Ауырып үлеүселәр күбәйә. Яҙ етеү менән ҡуҙғалаҡ быҡтырап, һарынаны, йыуаны, иң ҡәҙерле ризыҡтай күреп ашаныҡ. Емеш-еләк бешһә, үҙе бер байрам. Шулар һаҡлағандыр, ашҡаҙанға үҙе бер дауа булғандыр. Шулай тере ҡалғанмындыр, Хоҙай үҙе белә,– тип, хәтирәләрен дауам итә өләсәй.
1945 йылдың яҙында, һуғыш бөткәндә, өләсәйемә 16 йәш була. Заман ауыр булһа ла, мәхшәр тамамланған ваҡытты оло байрам итеп хәтерләй. Хәҙер бөтә нәмә лә яҡшы булыр, туйғансы икмәк ашарбыҙ, тип уйлай барыһы ла. Тик ҡыйралыш тамамланһа ла, тормош тиҙ генә яҡшырмай әле. Һуғыштан һуң да аслыҡты, яланғаслыҡты күп татырға тура килә.
Ә һуғыш афаттарен үҙ иңендә күтәргән йәш йөрәк киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Белорет районы Татлы ҡасабаһына Ғәйзуллин Зәйнулла Уйылдан улына тормошҡа сыға. Йәштәр Белорет районы Туҡан Ауыл советына ҡараған Тары ауылында төпләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә.
Эйе... Иҫ китмәле, һоҡланғыс өләсәйем бар минең! Хөрмәтле тыл ветераны, бөйөк әсә, еңеү көнөн яҡынайтыусы ул! Ҡәҙерлебеҙҙең тик шатланып-ҡыуанып йәшәүен теләйем! Башҡаса бер ҡасан да Ерҙә һуғыш булмаһын ине!
Наиль ТЕЛӘМБИТОВ,
Белорет ҡалаһының 13-сө һанлы мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: