Өфөлә «Урал батыр» китабы башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе. Төҙөүсеһе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы – филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов. Эпосты башҡортсанан урыҫсаға – яҙыусы Әхиәр Хәкимов, инглиз теленә Зөһрә Рәхимова тәржемә иткән. Инеш мәҡәләне урыҫ теленә тәржемәләүсе – Фәрит Әхмәҙиев, ә инглиз теленә – Римма Шәйбәкова. Рәссам – Азат Мөхтәруллин.
Баҫма фольлорҙы өйрәнеүселәргә, шулай уҡ башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән. Китап З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылған, уны нәшриәттең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.