-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 11:24

Ҡурсаҡ теле менән һөйләшкәндә!

1 һәм 2 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында театр ун көнлөгө башлана. Унда тамашасылар уҙған миҙгелдең иң сағыу спектаклдәрен, премьераларын ҡарай аласаҡ.

1 һәм 2 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында театр ун көнлөгө башлана. Унда тамашасылар уҙған миҙгелдең иң сағыу спектаклдәрен, премьераларын ҡарай аласаҡ.
Сара "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" федераль партия проекты сиктәрендәге "Театр – балаларға" проекты буйынса эшләнә. 1 февралдә 12.00-14.00 сәғәттә "Солтан батша хаҡында әкиәт" ҡарай аласаҡһығыҙ. Әйткәндәй, ул А. Пушкиндың тыуыуына 220 тулыуға арналған. Режиссеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Вадим Смирнов. 2 февралдә шул уҡ ваҡытта "Әлисә мөғжизәләр илендә" спектакле ҡуйыла. Режиссеры – Ольга Штырляева.
Бөтә был сараларҙы тормошҡа ашырыуға ил күләмендә тормошҡа ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты ла булышлыҡ итеп, сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә киң мөмкинлектәр аса.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас в