+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 11:29

Владимир Путин Израиль кешеһен ярлыҡаған

Үткән йыл Израильдән Нааму Иссахарҙы ете йыл ярымға Рәсәй төрмәһенә ултыртҡандар ине.

Үткән йыл Израильдән Нааму Иссахарҙы ете йыл ярымға Рәсәй төрмәһенә ултыртҡандар ине.
Нааму Иссахар беҙҙең илдә наркотик таратыуҙа ғәйепләнә һәм төрмәгә эләгә. Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Израильғә барған саҡта Наамуның әсәһе Яффа Владимир Путин менән осраша.
- “Ҡыҙымды ярлыҡағыҙ, зинһар!” тип үтенде Яффа Иссахар.
- “Борсолмағыҙ, бөтәһе лә һәйбәт була” тип йыуандырҙы әсә кешене Владимир Владимирович.
Күп тә үтмәне “миһырбанлыҡ принцыптарына таянып, ярлыҡайым” тип Владимир Путин Наамуны азат итте.
фото: http://kremlin.ru/events/president/transcripts/62641 Яффа Иссахар Владимир Путин менән Израиль илендә осрашты.
Читайте нас: