-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2020, 18:34

Быйыл беренсе синыфҡа барыусыларҙың ата-әсәләре иғтибарына!

Бөгөндән Башҡортостанда балаларҙы беренсе синыфҡа алыу тураһында ғаризалар ҡабул ителә.

Бөгөндән Башҡортостанда балаларҙы беренсе синыфҡа алыу тураһында ғаризалар ҡабул ителә.
Ғаризаны “БР мәктәптәрен электрон комплектлаштырыу” һәм “Госуслуги”порталдарында бирергә мөмкин. Шулай уҡ элеккесә ҡағыҙа яҙылғаны ла ҡабул ителә.
1-се синыфҡа ғаризалар ике этапта ҡабул ителә: 1 февралдән 30 июнгә тиклем белем усағы урынлашҡан биләмәлә теркәлгәндәр өсөн; 1 июлдән 5 сентябргәсә – биләмәлә теркәлмәгәндәр өсөн.
Электрон ғариза яҙғандан һуң баланың ата-әсәһе, йәки законлы вәкиле өс көн эсендә мәктәпкә документтарҙы ҡағыҙ форматында тапшыра. Әгәр ошо ваҡыт эсендә кәрәкле документтар бирелмәһә, йәки ғаризала күрһәтелгән мәғлүмәт менән тап килмәһә, ғариза иҫәпкә алынмай һәм бала мәктәпкә ҡабул ителмәй. Был осраҡта ата-әсәгә ҡабаттан ғариза яҙырға тура киләсәк.
Читайте нас: