+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2020, 11:35

Онлайн режимда күҙәтеп барырға мөмкин

Өфө районының Миловка ауылында 1225 урынлыҡ мәктәп һәм 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә.

Өфө районының Миловка ауылында 1225 урынлыҡ мәктәп һәм 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә.
Әйткәндәй, был мәктәп республикала иң ҙуры буласаҡ. Тәүге тапҡыр ошондай уҡ проект Стәрлетамаҡ ҡалаһында тормошҡа ашырылғайны. Мәктәптең дөйөм майҙаны – 18 мең квадрат метр. Дүрт ҡатлы белем усағында 495 урынлыҡ тамаша залы һәм 420 урынлыҡ ашхана урынлашасаҡ. Ә спорт залдарында инвентарҙар һаҡлау, тренерҙар өсөн тәғәйенләнгән һәм башҡа байтаҡ бүлмәләр барлыҡҡа киләсәк. Медицина блогы иһә табип, процедуралар һәм привикалар, стоматолог кабинеттарын үҙ эсенә аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: объект төҙөлөшө былтыр октябрҙә башланғайны. Ул ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдары нигеҙендә “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Шуныһы үҙенсәлекле: республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы сайтында социаль объекттар төҙөлөшө барышын онлайн режимда күҙәтеп барырға мөмкин.
Фото: building.bashkortostan.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: