Филиппин утрауҙарында мәктәпте йәки колледжды тамамлаусы һәр уҡыусының 10 ағас ултыртырға тейешлеге тураһында закон ҡабул ителгән. Балаларҙы йәштән тәбиғәтте һаҡлауға ылыҡтырыу, Ер планетаһының киләсәге уларҙың ҡулында икәнлеген аңлатыу маҡсатында булдырылған ул закон.