+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 11:20

Оҙаҡ көттөләр

Ярай, ҡасан булһа ла асылған бит әле, тиерһегеҙ. Ҡайһы бер яҡтарҙа бәләкәстәр йылдар буйына сират көтә.

Ярай, ҡасан булһа ла асылған бит әле, тиерһегеҙ. Ҡайһы бер яҡтарҙа бәләкәстәр йылдар буйына сират көтә.
Борайҙа балалар баҡсаһы 2018 йылдың йәйендә төҙөлә башлап, бер йылдан, йәғни былтыр Башҡортостандың 100 йыллығына әҙер булырға тейеш ине. Ярты йылға һуңлап булһа ла, “Йәйғор” балаларҙы ҡабул итте.
Бина 95 урынға иҫәпләнгән. Биш төркөм була. Шуларҙың икәүһе – ясли.
Был балалар баҡсаһында инвалид коляскаһында ултырыусы йәки физик кәмселеклеләргә лифт, пандус та ҡуйылған.
Был объект “Демография” милли проекты маҡсаттарына өлгәшергә булышлыҡ итеүенә өмөтләнәләр.
Фото”Башинформ”.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: