+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 11:18

“Владимир Путин үҙен һыуҙағы балыҡтай тоя”

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков “Мәскәү. Кремль. Путин” программаһындағы интервьюһында шулай тигән.

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков “Мәскәү. Кремль. Путин” программаһындағы интервьюһында билдәләүенсә, халыҡ-ара кимәлдә һәм Рәсәйҙә ваҡиғалар әүҙемләшкән осорҙа Владимир Путин үҙен “һыуҙағы балыҡтай” тоя.
Президент, власть һығылмалы, мобиль һәм һөҙөмтәле булырға тейеш, тип белдергәйне. Песковтың фекеренсә, Владимир Владимирович был һүҙҙәрҙе әйткәндә үҙенең шәхси стилен күҙ уңында тотҡандыр. Хәҙер халыҡ-ара эштәргә һәм сәйәсәткә теге йәки был ҡарарҙы йылдам ҡабул итеү хас. Рәсәй лидеры һәр йәһәттән йылдам эш итә. Был иһә, үҙ сиратында, “бөтә машинаны икеләтә, өсләтә шәберәк әйләнергә мәжбүр итә”.
Фото: persona.top
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: