-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 20:13

Башҡортостанда 11 мәктәп һәм балалар баҡсаһы карантинға ябылған

Республикала грипп һәм ОРВи менән ауырыусы балалар һаны 19 меңдән ашҡан.

Башҡортостанда 11 мәктәпте һәм балалар баҡсаһын карантинға япҡандар. Бының турала "Вести-Башкортостан" тапшырыуында Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте республика идаралығының эпидемияларҙы күҙәтеү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева әйтте.
Әлегә ҡайһы тораҡ пунктарында белем усаҡтарының эшләмәүе тураһында билдәле түгел. Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ-ҙың эпидемия сиге күтәрелеүе тураһында мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр иткәйне.
Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте еткереүенсә, үткән аҙна аҙағында республикала бөтәһе 27,4 мең кеше сирләгән, шуларҙың 19,1-е - балалар.
Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 10 февралгә тиклем И.И. Рыбалко исемендәге 113-сө, 132-се, 71-се мәктәп, "Халыҡтар дуҫлығы Орденыныү А.М. Горький исемендәге 3-сө гимназияһы карантинға ябылған. Тағы ла 13 мәктәптең 120 синыфында дәрестәр үткәрелмәй.Уҡыусыларҙың барыһы ла дистанцион уҡыуға күсерелгән.
Читайте нас: