+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 19:27

Өфөлә Мәжит Ғафури исемен йөрөткән мәктәп үҙенең исемен юғалтҡан

2020 йылда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тыуыуына 140 йыл тулыу билдәләнә, был исемде тергеҙергә кәрәк.

Өфөлә Мәжит Ғафури исемен йөрөткән мәктәп үҙенең исемен юғалтҡан. 2020 йылда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тыуыуына 140 йыл тулыу билдәләнә, был исемде тергеҙергә кәрәк. Бөгөн «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар ошо хаҡта белдерҙе.
«Чернышевский урамындағы элекке «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә 1932 йылдан алып Мәжит Ғафури исемендәге мәктәп булған. Ул ошо тарихи бинала урынлашҡан, унда әлеге данлыҡлы мәҙрәсәлә эшләгән уҡытыусылар белем биргән. Һуңынан бында коррекция мәктәбе асылған, хәҙер Ислам университеты урынлашҡан. 1970 йылдарҙа мәктәпте икенсе бинаға күсергәндәр. Шул рәүешле 15-се урта мәктәп үҙенең исемен юғалтҡан. Мәктәп директоры һәм коллективы мәктәптең Мәжит Ғафури исемен йөрөткәнен белмәй. Был хаҡта указ һаҡланған», — тип һөйләне Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люция Камаева.
15-се белем биреү үҙәге әле Николай Дмитриев урамы, 13/1 адресы буйынса урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дәреслектәр сығарыу бүлеге етәксеһе Айсыуаҡ Хажиев барлыҡ һаҡланған документтарҙы йыйып, мәктәп исемендә Мәжит Ғафуриҙың исемен тергеҙеү үтенесе менән Өфө ҡала Советына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.
Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды директоры Мадриль Ғәфүров әйтеүенсә, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ла коллективтың һорауы буйынса Мәжит Ғафуриҙың исемен йөрөткән, был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең бойороғо бар. Ләкин үҙгәртелгәндән һуң уның исемендә Мәжит Ғафуриҙың исеме юҡҡа сыҡҡан. Мәжит Ғафури исемендәге фонд вәкилдәре исемде кире ҡайтарырға кәрәк тип иҫәпләй.
«Мәжит Ғафури Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын булдырыуға ҙур өлөш индергән. Ул йылдарҙа ғалимдарҙың бер ултырышы ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәгән, шул иҫәптән ул башҡорт фольклорын, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу тураһында мәсьәләләрҙе күтәргән. Хатта үҙе лә өлгө күрһәткән – Асылыкүл буйында «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосын яҙып алған һәм баҫтырып сығарған», — тине Люция Камаева.
Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығы билдәләнгән йылда яҙыусының тормошона һәм ижадына бағышланған саралар уҙғарыу күҙаллана. Был хаҡта тулыраҡ «Башинформ»дың артабанғы яңылыҡтарында уҡығыҙ.
Читайте нас: