+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 11:00

Илле пар игеҙәк араһында Нурэл һәм Байэл да бар!

Башҡортостан ЗАГС-тары ғинуарҙа 50 пар игеҙәк сабый тыуыуын теркәне.

Башҡортостан ЗАГС-тары ғинуарҙа 50 пар игеҙәк сабый тыуыуын теркәне. Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 31 ғинуарҙа Әлиә һәм Артур Садиҡовтар беренсе документтарын алды.
Ҡырмыҫҡалы районында ғинуар аҙағында Богдановтар ғаиләһен игеҙәк Артур һәм Руслан улдары менән ҡотланылар. Бәләкәстәрҙең Тимур тигән ағалары ла бар. Яңауылда Нурғәлиевтар ғаиләһендә тыуған сабыйҙарҙың исемдәре ғәҙәти түгел Нурэл һәм Байэл тигән малайҙар ишле ғаиләлә тәрбиәләнәсәк. Кескәйҙәрҙең өс апаһы бар. Атай-әсәйҙәргә именлек һәм һаулыҡ насип итһен.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, сабыйҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләүгә, пособиелар түләүгә Хөкүмәт тарафынан ҙур ярҙам саралары арттырыла.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: