+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 13:48

Башҡортостан географияһы буйынса беренсе диктант

«Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» 7-8 февралдә онлайн форматында үткәрелә.

«Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» 7-8 февралдә онлайн форматында үткәрелә.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты берлектәге «Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» проектында ҡатнашырға саҡыра. «Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» 7-8 февралдә онлайн форматында үткәрелә. https://www.bashdict.ru/ ошо һылтанма аша үтеп теркәлергә һәм һорауҙарға яуап бирергә кәрәк.
Диктантта — 35 һорау, яуаптар өсөн эш башланғас 40 минут ваҡыт бирелә (ҡатнашыусыны теркәү ваҡытын иҫәпкә алмайынса). Алдан теркәлеү талап ителмәй.
Һорауҙар 7 февралдә көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 8 февралгә көндөҙгө 11-гә тиклем асыҡ була (Өфө ваҡыты). Диктанттың бөтә һорауҙарына яуап биргән һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны күрһәтелгән сертификат тапшырыла. 100 балл йыйған тәүге 100 ҡатнашыусы Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенән иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.
Читайте нас: