+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 15:27

Ишембай ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында Балалар технопаркы асылды

Бында 5-18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр робототехника, Lego-конструирование, лазер менән киҫеп, төрлө ҡул эштәре эшләү, 3D-моделирование, химия-биология секцияларында, коворкинг-центрҙа (лекторий), шулай уҡ Hi-tech цехта һәм башҡа йүнәлештәр буйынса шөғөлләнәсәк.

Бында 5-18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр робототехника, Lego-конструирование, лазер менән киҫеп, төрлө ҡул эштәре эшләү, 3D-моделирование, химия-биология секцияларында, коворкинг-центрҙа (лекторий), шулай уҡ Hi-tech цехта һәм башҡа йүнәлештәр буйынса шөғөлләнәсәк. Технопарк юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырылған, уларҙы һатып алыуға 8 миллиондан артыҡ аҡса киткән.
“Бында балалар үҙҙәренә ҡыҙыҡлы булған шөғөл табып, төрлө техник спициалностарҙа үҙҙәрен һынап ҡарай, төрлө замана һөнәрҙәрен “тәмләп ҡарай” ала. Ә иң мөһиме – алған белемдәрен прапктикала ҡулланып, күрһәтә ала. Тап ошонда Ишембай ҡалаһының һәм районының инженерия элитаһы яраласағында, беҙҙең фәндең һәм етештереү сәнәғәтенең киләсәге хәл ителәсәгенә шигем юҡ”, - тип яҙҙы Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов үҙенең сәхифәһендә.
Балалар технопаркы базаһында уйлап табыусылар форумдары, инженерҙар ярыштары һәм олимпиадалар, фәнни-техник ижад конкурстары, мастер кластар үткәреләсәк. Технопарктың филиалдары Скворчиха, Петровское, Ишәй, Әхмәр Васильевка ауылдарында асылды.
Читайте нас: