Салауат районында Әй ауылынан Торналыға уҡыусыларҙы алып китеп барған мәктәп автобусы юлына йылҡы өйөрө килеп сыҡҡан. Автобус йөрөтөүсе бәрелешеүҙән ҡаса алмаған. Өйөрҙең бер атына төкөгән.
Автобус эсендә 20 бала һәм ололар булған. Юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән.
Республика Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре аттың хужаһын тапҡан һәм яуаплылыҡҡа тарттырған. Ул Дыуан районында йәшәгән фермер булып сыҡҡан.