-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 12:46

Миллиардлап бүленгән аҡсаны тотона белергә кәрәк

Был сумманың ҙур ғына өлөшө Өфө тирәһендәге проекттар өсөн бүленәсәк.

Быйыл "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса программаларҙы ғәмәлгә ашырыуға Башҡортостанда туғыҙ миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Был сумманың ҙур ғына өлөшө Өфө тирәһендәге проекттар өсөн бүленәсәк.
Мәҫәлән, баш ҡалаға көньяҡлап инеү юлын төҙөргә кәрәк. Воровский урамы киҫелешенән Ағиҙел аша күпер һалыуҙы дауам итәбеҙ. Шулай уҡ быйыл Пугачев урамын реконструкциялау буйынса проектлауҙы тамамлап, ошо урам һәм Салауат Юлаев проспекты юлы сатында эштәр башларға тейешбеҙ.
Тағы ла планда - Интернациональ урамынан Ағиҙел аша яңы күпер һалыу. Шаҡша менән Затон күперҙәрен иһә капиталь ремонтҡа ябыу.
Алдағы ике йылда Комсомол һәм 8 Март урамдарында ҙур эштәр көтөлә. Һөҙөмтәлә 2021 йыл аҙағына Октябрь проспекты кеүек киң юл барлыҡҡа килергә тейеш.
Инорста Лесунов урамын төҙөү күҙаллана. Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы сатында юл үткәргес һалыу ҙа маҡсат итеп ҡуйылған. Нуғай ҡасабаһы яғына тимер юл аша юл төҙөү бурысы ла бар.
Фото: Юлай Кәримов.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в