-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 15:08

"Ашҡаҙар" радиоһына - 10 йыл

Исеме Башҡортостандағы йылға һәм шул уҡ исемдәге йыр исеме менән аталған...

7 февралдә «Ашҡаҙар» радиоһының эфирға сығыуына 10 йыл тула.
Исеме Башҡортостандағы йылға һәм шул уҡ исемдәге йыр исеме менән аталған. Канал республикабыҙҙың мәҙәни тормошон тулыраҡ сағылдырыу, уның һоҡланғыс шәхестәре, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра барыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында ойошторолған. Ул рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзия, театраль асыштар, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә.
Эфир нигеҙенә халыҡ йырҙары, классика, шулай уҡ бөгөн дә популяр булған ретро, сифатлы, зауыҡлы эстрада йырҙары, инструменталь музыка алынған. Тыңлаусыларға һәр сәғәт башында мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы һуңғы хәбәрҙәр еткерелә. «Ашҡаҙар» үҙенең тыңлаусыларына тура эфирҙа йәнле әңгәмәләр, радиоспектаклдәр, концерттар, башҡорт әҙиптәренең яңы әҫәрҙәрен тәҡдим итә.
«Ашҡаҙар» тапшырыуҙарының иғтибар үҙәгендә — әҙәбиәт, музыка, театр сәнғәте, халыҡ ижады, фән, рухи байлыҡ кеүек өлкәләр. Тиҫтә йылдар дауамында аҫыл гәүһәрҙәр кеүек бөртөкләп йыйылып, Башҡортостан радиоһы фондында һаҡланған бай мираҫҡа ла тейешенсә урын бирелә. Әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең тауышы яңғырап тора. «Ашҡаҙар» радионың алтын фондын артабан байытыуға ла үҙ өлөшөн индерә.
Төрлө йылдарҙа Гөлсирә Ғиззәтуллина, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Зәки Әлибаев, Шәүрә Ғилманова, Илдар Ғүмәров, Инбер Яппаров кеүек билдәле шәхестәр эшләне. Уларҙың тырышлығы, фиҙаҡәрлеге менән «Беҙҙең донъя» тапшырыуы үҙ тыңлаусыһын тапты, бөгөн дә йәшәп килә.
Былтыр «Ашҡаҙар» радиоһы FM-йышлыҡтарҙа Бәләбәй, Бөрө, Туймазы, Белорет, Туймазы, Сибай ҡалаларында ла һөйләй башланы.
Читайте нас в