+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 14:54

Шәкәр! Татлы шәкәр!

Шәкәрҙе микроскоп аша күргәнегеҙ бармы? Бына ниндәй икән ул!

Шәкәрҙең тыуған иле Һиндостан, бында ул 2300 йыл элек билдәле булған. Шәкәр һүҙе ғәр. سكر«суккар» һүҙенән килеп сыҡҡан.Европала шәкәр римлеләргә билдәле булған. Һиндостанда шәкәр ҡамышынан эшләнгән көрән шәкәрҙе сауҙагәрҙәр Европаға алып килгән. Һуңғараҡ шәкәр ҡамышын Сицилия һәм Көньяҡ Испанияла үҫтерә башлайҙар, әммә Рим империяһы таралғас был традиция юғала. Рәсәйгә шәкәр яҡынса 11-12 быуатта килеп етә. Ул ваҡытта шәкәрҙе кенәз һәм уның яҡындары гена тәмләп ҡарай ала. ХҮIII башында Рәсәйҙә, Петр 1 асҡан, беренсе «шәкәр палатаһы» эшләй башлай. Ул ваҡытта сеймалды сит илдән килтерәлер. 1802 йылда илдә үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрөнәнТула ҡалаһында шәкәр етештереү яйға һалына.
Читайте нас: