+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 17:40

Ҙур рәхмәт һеҙгә!

Баш ҡалабыҙҙа эшләүсе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, китапханасыларға "Аманат"тың "Рәхмәт кәлимәләре" юлланды.

"Аманат" журналына 2020 йылдың беренсе яртыһына яҙҙырыуҙы һәм таратыуҙы ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының директоры Илнур Рифат улы Салиховҡа, китапханасы Гөлфиә Мофаззал ҡыҙы Фәхрисламоваға, тәрбиәселәргә - Фәүзиә Манъюл ҡыҙы Шафиҡоваға һәм Зилә Мәжит ҡыҙы Ғафароваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының китапханасы-педагогы Гөлнара Хәлфетдин ҡыҙы Мәүзүтоваға ла "Аманат" журналына яҙҙырыу буйынса алып барған эшмәкәрлеге өсөн журналыбыҙҙың "Рәхмәт кәлимәһе"н тапшырабыҙ.
Читайте нас: