+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 11:02

Владимир Путин Ҡытайҙағы коронавирус арҡаһында хаҡтарҙы күтәргән дарыуханаларҙың лицензияларын алырға тәҡдим итте

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт дарыуханаларҙа медицина битлектәре һәм вирусҡа ҡаршы препараттар булмау буйынса ялыуҙар ҡабул итә башланы.

РФ Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт дарыуханаларҙа медицина битлектәре һәм вирусҡа ҡаршы препараттар булмау буйынса ялыуҙар ҡабул итә башланы. Мөрәжәғәттәр 8 (800) 550-99-03 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытайҙағы коронавирус арҡаһында медицина битлектәренә һәм дарыу препараттарына ихтыяж артыу сәбәпле, хаҡтарҙы арттырған дарыуханаларҙың лицензияларын алырға тәҡдим итте.
Әйткәндәй, әлегә Өфөләге дарыуханаларҙа вирусҡа ҡаршы дарыуҙарҙың хаҡын арттырыу күҙәтелмәй шикелле. Битлектәрҙең хаҡтары айырыла. «Фармленд» аптекалар селтәрендә та ул – 9 һум, «Дәүләт аптекаһы»нда – 4 һум, «Осһоҙ аптека. Вита»ла – 15 һум тора.
Фото: papillomy.com
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: