+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2020, 14:25

Өфөлә тарихтан бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүселәрен тәбрикләнеләр

5-8 февралдә баш ҡалала мәктәп уҡыусылары араһында тарих фәненән бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Иң күп призерҙар һәм еңеүселәр Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан һәм Баймаҡ, Өфө, Дәңләкән, Туймазы райондарынан булып сыҡты.

5-8 февралдә баш ҡалала мәктәп уҡыусылары араһында тарих фәненән бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте.
Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында үткән олимпиадала республиканың төрлө төбәктәренән 9-11 синыфтарҙа уҡыусы 110-дан ашыу уҡыусы ҡатнашты.
9-сы синыф уҡыусылары араһында Мәләүез районының 6-сы лицейында белем алыусы Р. Шахморатов, 10-сылар араһынан Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-сн гимназияһынан И.Мусеева, 11 синыф уҡыусылары араһынан Өфө ҡалаһының 31-се мәктәбе уҡыусыһы К. Краснослов беренсе урын яуланы.
Иң күп призерҙар һәм еңеүселәр Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан һәм Баймаҡ, Өфө, Дәңләкән, Туймазы райондарынан булып сыҡты.
Ҡотлайбыҙ!
#миллипроект #мәғариф #еңеүсе
Читайте нас: