+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2020, 13:25

Путин да тимераяҡҡа баҫҡан икән

Теге юлы беҙ Радий Хәбировтың хоккей уйнағанына аптырап ҡуйғайныҡ. Рәсәй Президенты ла унан ҡалышмаҫҡа булған ахыры. Белоруссияныҡы ла бер ҙә һынатырға уйламай, әй!

Теге юлы беҙ Радий Хәбировтың хоккей уйнағанына аптырап ҡуйғайныҡ. Рәсәй Президенты ла унан ҡалышмаҫҡа булған ахыры. Белоруссияныҡы ла бер ҙә һынатырға уйламай, әй!
Владимир Путин менән Александр Лукашенко Сочиҙағы "Галактика" күңел асыу үҙәгендә хоккей матчын ҡарарға барған. Улар үҙҙәре лә тимераяҡҡа баҫҡан. Ил башлыҡтары бер-береһенә ҡаршы түгел, ә бер командала уйнаған. Путин Рәсәй милли командаһының формаһында 11 һан аҫтында сыҡһа, Лукашенко 01 һанлы Белооруссия флагы төҫөндәге, милли орнаменттар менән биҙәлгән кейемдә уйнаны.
Йәл, кемдең күпме шайба ырғытҡанлығы билдәле түгел.
Читайте нас: