Рәсәй Президенты Владимир Путин ата-әсәһе айырылышҡандан һуң уртаҡ балаға айырым йәшәүсе ата, йәки әсә кешенең уңайлыҡтар булдырылған торлаҡ менән тәьмин итеүгә аҡса түләргә бурыслы булыуы тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
ТАСС хәбәр итеүенсә, был закон 23 ғинуарҙа Дәүләт думаһы тарафынан ҡабул ителгән һәм 30 ғинуарҙа Федерация Советы тарафынан раҫланған. Ул хоҡуҡ мәғлүмәтенең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.
Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 86-сы статьяһына ла үҙгәрештәр индереләсәк, йәғни ҡайһы бер осраҡта ата-әсәнең суд тарафынан алименттан тыш өҫтәмә аҡса түләүгә тарттырылыуы тураһында бүлеккә тағы бер бүлексә - баланың уңайлыҡтары булған даими торлаҡ менән тәьмин ителмәгәнлеге тураһында тигәне өҫтәлә.