+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 11:11

Балалар баҡсалары күберәк булған һайын балалар ҙа күбәйә

Баш ҡаланың Кузнецов затоны биҫтәһендә яңы асылған балалар баҡсаһы бәләкәстәрҙе ҡабул итә башлай.

Баш ҡаланың Кузнецов затоны биҫтәһендә яңы асылған балалар баҡсаһы бәләкәстәрҙе ҡабул итә башлай.
Учреждение 150-се балалар баҡсаһының филиалы булып тора һәм Һынаусылар урамында урынлашҡан. Ул дүрт төркөмгә иҫәпләнгән, барлығы 64 бала йөрөй ала.
Бинаны төҙөү хаҡы 49 миллион һумға торошло булған, шуның 35,4 миллионы федераль ҡаҙнанан Президент Путин ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырылған "Демография" милли проектына ярашлы бүленгән.
Был биҫтә Өфөнөң яңы районы. Шуға ла йәш ғаиләләр күп. Ә ҡайҙа йәш ғаилә, шунда балалар була, үҙ сиратында уларға балалар баҡсаһы ла кәрәк.
Яңы бинала бәләкәстәр өсөн бөтә шарт бар. Ризыҡ та ошонда уҡ әҙерләнәсәк, бер ҡайҙан да алып килеп йөрөмәйәсәктәр.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: