Әбйәлил районында 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асылды
Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асылды. Объект «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект» программаһын тормошҡа ашырыу барышында төҙөлдө.
Республика башлығы үҙенең сәхифәһендә ошо ваҡиғаға арналған яҙма менән уртаҡлашты.
«Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында бөгөн 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте астылар. Күптән көтөлгән, сөнки был объектты бик оҙаҡ төҙөнөләр, урындағы хакимиәтте һәм төҙөүсене дәртләндереү өсөн минең үҙемә лә бер нисә тапҡыр ҡыҫылырға тура килде. Бына, ниһайәт, тамамланыҡ. Күркәм, заманса мәктәп килеп сыҡты», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Яңы мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар кабинеттарҙы, спорт залын, аҙыҡ-түлек блогын, балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты, биналарҙы йыһазландырыу кимәлен баһаланы. Хәҙер белем усағы заманса, бөтә стандарттарға яуап биргән бинала урынлашҡан, тип билдәләне ҡунаҡтар.
«Төҙөүселәргә — эштәрҙе сифатлы башҡарғандары, ә халыҡҡа түҙемле булғандары һәм беҙҙе аңлағандары өсөн рәхмәт белдерәм. Ошо мәктәп һәм балалар баҡсаһы беҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, — тип ҡотланы яҡташтарын Әбйәлил районы хакимәте башлығы Илдар Нафиҡов. — Балаларға юғары үрҙәр, уҡыуҙарында уңыштар теләйем. Ә уларҙың ата-әсәләренә – балаларыбыҙҙың ҡаҙаныштары өсөн ғорурлыҡ».