-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 20:27

Киҙеү менән ОРВИ көсәйә

Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостанда ОРВИ һәм киҙеү менән ауырыу буйынса эпидемия сиге 60,3 процентҡа күтәрелгән. Өфөлә был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ – сик 94,6 процентҡа артып киткән. Уҙған аҙнала ғына 36567 кеше вируслы инфекция эләктергән. Шуларҙың 65 проценты – балалар.

Эпидемия сиген үтеү бөтә йәш төркәмдәрендә лә күҙәтелә: өс йәштән алты йәшкә тиклемге балалар араһында 18,8 процентҡа, ете йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙә – 64,9 процентҡа, ололар араһында – 36,7 процентҡа.

Өфөлә 11 157 пациентҡа киҫкен респиратор-вируслы инфекция тигән диагноз ҡуйылған.Баш ҡаланан тыш, Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларында ла сирҙең эпидемия сиген үтеүе күҙәтелә.

Читайте нас: