-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 17:37

Айырым категорияға ҡараусы балаларҙы лагерға ебәреү өсөн ниндәй документтар кәрәк?

1 ғинуарҙан ауыр шарттарҙа ҡалған айырым категорияларға ҡараусы балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу буйынса урындағы идаралыҡ яуап бирә. Балаға юллама алыу өсөн кәрәкле документтар теҙмәһе менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙан ауыр шарттарҙа ҡалған айырым категорияларға ҡараусы балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу буйынса урындағы идаралыҡ яуап бирә. Башҡортостандағы ҡаланан (ауылдан) ситтә урынлашҡан стационар лагерҙарға юллама алыу өсөн бала һәм уның ата-әсәһе теркәлгән район, йәки ҡала хакимиәтенең балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу буйынса муниципаль органына мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ (мәғариф бүлеге).
Кәрәкле документтар теҙмәһе:
1) ғариза яҙыусының паспорты, йәки уның шәхесен иҫбатлаусы башҡа төрлө документ;
2) баланың (йәки балаларҙың) тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡ;
3) балаға 14 йәш тулған булһа - уның паспорты;
4) әгәр бала(лар) уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа, опекунлыҡҡа, ҡарауға, һ.б. алынһа, уны (уларҙы) уллыҡҡа, йәки ҡыҙлыҡҡа алыныуын иҫбат иткән докуент(тар);
5) ғаиләнең аҙ тәьмин ителеүселәр категорияһына ҡараусы икәнлеге тураһындағы белешмә;
6) сит кеше документтарҙы юллай икән - раҫланған ышаныс ҡағыҙы;
7) ғариза биреүсе тураһындағы шәхси мәғлүмәттәрҙе тикешереүгә биреү тураһындағы рөхсәт ҡағыҙы.
Фото Интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: