Дәүләт Думаһы депутаты Виталий Милонов Рәсәй мәктәптәрендә 14 февраль – Ғашиҡтар көнөн үткәреүҙе тыйырға тәҡдим итә. Уның фекеренсә, үҫмерҙәрҙең мөхәббәте яңылыш бөтөнләй икенсе мәғәнәлә аңлауҙары бар.
Депутат был идеяһын Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовҡа еткерергә тәҡдим итә. Йәнәһе, был байрам – мәғәнәһеҙ сара, мәктәптә уны үткәреү үҫмерҙең аңында “мөхәббәткә һәм ғаилә ҡороуға дөрөҫ булмаған ҡараш тәрбиәләй”. Шулай уҡ ул Ғашиҡтар көнөнөң беҙҙең мәҙәниәткә, менталитетҡа тап килмәгән, тәбиғи саф мөнәсәбәттәрҙе инҡар иткән сит сара булыуы тураһында ла телгә алып үтә.