+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2020, 19:03

8-се синыф уҡыусыһы Радий Хәбировтың эш бүлмәһен инеп күргән

- Башлыҡтың эш бүлмәһендә бик ҡырыҫ мөхит булыр тип уйлағайным, киреһенсә, улай булмай сыҡты. Китаптар ҡуйылған мөйөш айырыуса оҡшаны, - ти Елена журналистарға.

Өфө ҡыҙы Елена Казанцева 8-се синыфта уҡый. Ул былтыр йыл аҙағында "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһында ҡатнаша - теләк яҙғанда ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш бүлмәһен күргеһе килеүен белдерә. Кисә уның хыялы тормошҡа ашты!
Радий Фәрит улы ҡыҙға үҙенең эш бүлмәһенә экскурсия үткәрҙе, шул тиклем вазифалы етәкселек эше тураһында ҡыҫҡаса һөйләп ишеттерҙе. Осрашыу аҙағында республика етәксеһе Еленаға Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" китабын бүләк итте, уҡыуында уңыштар, һаулыҡ, уңыштар теләне.
- Башлыҡтың эш бүлмәһендә бик ҡырыҫ мөхит булыр тип уйлағайным, киреһенсә, улай булмай сыҡты. Китаптар ҡуйылған мөйөш айырыуса оҡшаны, - ти Елена журналистарға.
"Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" Өфөлә 20 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем үтте. Алты меңдән ашыу баш ҡалала йәшәүсе үҙенең теләген сылбырға яҙҙы был акцияла. Сылбырҙың оҙонлоғо 305 метрға етте, хатта. Унан өс теләкте тартып сығарҙылар. Бәхет был юлы Еленаға тәтене.
Читайте нас: