Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән балаларҙың күпләп ауырыуҙары сәбәпле, СанПин нормалары талаптары буйынса 10 февралдән 16 февралгә тиклем Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә карантин иғлан ителгән ине. Баш ҡала мәктәптәренең уҡытыусылары даими мониторинг алып барҙылар. Ата-Әсәләр һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениялары менән дә тығыҙ бәйләнештә эш алып барыла. Хәҙер карантин 24 февралгә тиклем оҙайтылды, ә ул көн байрам көнө тип иҫәпләнгәс баш ҡала уҡыусылары һигеҙ көн дистанцион формала белем аласаҡ. Республиканың ҡайһы бер балалар баҡсаларында ла сикләү нормалары ғәмәлдә.