-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 11:51

Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә тәҡдимдәр йыйыу буйынса эш төркөмө менән осрашты

Еңел түгел ул төп законды үҙгәртеүе. Ә кәрәк.

Еңел түгел ул төп законды үҙгәртеүе. Ә кәрәк. Шуға ла төрлө тәҡдим-теләкте йыйып, туплап, анализ яһап, депутаттарға уҡыуға ебәреү эше мөһим. Тәҡдимдәр ҙә бик күп. Аҡыл менән эшләргә кәрәк.
Владимир Путин белдереүенсә, төҙәтмәләр өсөн 500-ҙән ашыу тәҡдим килгән. Ул һан менән генә туҡталып ҡалмаҫ әле ул.
- Чрезвычайно важно здесь выверить каждое слово, каждую букву, каждую запятую. Но при этом, конечно, не выхолостить то, что было создано большим, прямо скажем, трудом всего нашего народа и закреплено в действующей Конституции, ничего не потерять, а, наоборот, ответить на вызовы времени, сегодняшнего дня.
Ил Президенты төҙәтмәләр буйынса бөтә тәҡдимде лә Төп Законға индереү мөмкин түгеллеген әйтеп, һыймағанын, әммә бик әһәмиәтлеләрен айырым кейсҡа формалаштырырға ҡушты.
Тауыш биреү көнөнә килгәндә, ошо арала аныҡ дата менән бойороҡ сығасаҡ. Үҙәк һайлау комиссияһына ҙур эш ойошторорға тура килә. Владимир Путин тауыш биреү эш көнөндә булырға тейеш тип килешеүҙәрен дә әйтте.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в