+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 11:53

Ынйы кеүек булһын балаларҙың тештәре

Башҡортостандың белем усаҡтарында “Ҡанатлан” проекты сиктәрендә бик матур башланғыстар ғәмәлгә инә.

“Мәғариф” милли проекты бихисап төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ла юлдар асты. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостандың белем усаҡтарында “Ҡанатлан” проекты сиктәрендә бик матур башланғыстар ғәмәлгә инә.
Март айына тиклем республикала балалар өсөн мобиль стоматология комплексы һатып алыу һәм файҙалана башлау планлаштырыла. Комплекс төпкөл ауылдарҙа балаларҙың сәләмәтлеген тикшереү мөмкинлеген бирә.
Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин был хаҡта түбәндәгеләрҙе белдерҙе: “Күсмә комплекс бөгөнгө көндә балаларҙың тешен дауалау кабинетында булдырылған барлыҡ мөмкинлектәргә эйә. Ул Республика балалар стоматология поликлиникаһы ҡарамағында эш итәсәк, табиптар алдан билдәле графикка ярашлы райондарға сығасаҡ. Әлбиттә, урындарҙа был хаҡта алдан белдереүҙәр буласаҡ”.
Шулай уҡ төбәктәрҙә “Ҡанатлан” мәғариф проекты сиктәрендә “Сәләмәт йылмайыу” модулдәрен файҙаланыуға тапшырыу эше лә планға ярашлы алып барыла.
Фото: bash.news
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: