Өфө районы Тауыш станцияһындағы барак тибындағы күп фатирлы йортта янғын булған. Янғын һүндереүселәр килеп еткән саҡта бер фатирҙы көслө ялҡын һәм төтөн солғап алғайны. Күрше фатирҙарға ла ялҡын ялмау янаны. Яңғын һүндереүселәр һигеҙ кешене ҡотҡарҙы. Улар араһында ике бала ла бар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш йәшлек ҡыҙ фажиғәнең ҡорбаны булды.