+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2020, 13:46

Ватаныма һөйөүемде туған телдә еткерәм

Баймаҡ районының Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә...

13 февраль көнө Баймаҡ районының Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап һәм хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. “Ватаныма һөйөүемде туған телдә еткерәм” исеме аҫтында үткән сарала тарихи үткәнебеҙгә битараф булмаған, телһөйәр һәм илһөйәр уҡыусыларыбыҙ Тыуған ил, Бөйөк Еңеү, ил һаҡсылары тураһында шиғырҙар һөйләнеләр. Бәйгелә бөтәһе 43 уҡыусы ҡатнашты, төп еңеүселәр тип Вәлитова Гөлкәй менән Мәхмүтова Ләйсән табылһа, ҡалған уҡыусылар төрлө урындарҙа һәм номинацияларҙа билдәләнделәр.
Гүзәл Мәхмүтова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: