Башҡортостанда ауыл балалар баҡсалары һәм мәктәптәре ҡарамағында балалар театрҙары барлыҡҡа килә. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һөйләне.
«14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, республика ҡоролтайҙары менән осрашыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауылда башҡорт балалар театрҙарын ойошторорға ҡушты. Бындай театрҙарҙы клуб, балалар баҡсаһы йәки мәктәп ҡарамағында ғәмәлгә ашырырға мөмкин», — тип билдәләне вице-премьер.
Ул Мәҙәниәт министрлығына быйыл, Театр йылында мәктәп һәм студенттар коллективтары араһында уҙғарылған «Театрлы Волга буйы» фестивале кеүек, ошондай театрҙар фестивален үткәреү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
«Технологиялар ни тиклем әүҙем үҫешмәһен, халыҡҡа йәнле аралашыу кәрәк, был йәһәттән мәҙәниәт учреждениелары универсаль булырға тейеш. Һеҙ заманса креатив, барыһына ла аңлайышлы традицион формаларҙы оҫта ҡуллана белергә бурыслы, — тине Фәнүр Йәғәфәров, муниципалитет вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп. — Халыҡ ижади коллективтарына, халыҡ театрҙарына бөтә кимәлдәрҙә лә ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ».