+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 13:56

Халыҡтың үтенесе үтәлде

Шишмә районының “Алкин” шифаханаһы ауылында йәшәүселәргә быға тиклем табипҡа ҡаралыу өсөн оҙон юл үтергә тура килә, сөнки ауылда ФАП булмай.

Шишмә районының “Алкин” шифаханаһы ауылында йәшәүселәргә быға тиклем табипҡа ҡаралыу өсөн оҙон юл үтергә тура килә, сөнки ауылда ФАП булмай.
Ултыраҡта меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 200-ләп бала йәшәй. Яңы биҫтәлә йәш ғаиләләр байтаҡ, уларға ла фельдшерҙың булмауы проблема тыуҙыра, сөнки күрше ауылға барып медицина ярҙамы алыу ваҡыт һәм аҡса талап итә.
“Ҡайһы ваҡыт Алкин-2 ауылында табип булмаһа, Шишмәгә барырға тура килә ине. Анализдар биреү, табипҡа күренеү үҙ бер мәшәҡәт тыуҙырҙы. Йә йәйәү, йә пенсия аҡсаһына машина яллап йөрөлдө”, - ти 2-се төркөм инвалиды Йәүҙәт Ғәлимов.
"Алкин" шифаханаһы ауылы халҡы ФАП төҙөү мәсьәләһен урындағы хакимиәт алдында бер нисә тапҡыр күтәрә. Әммә проблема хәл ителмәй. Сараһыҙҙан улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә мөрәжәғәт итә. Ул «Инцидент-менеджмент» программаһында теркәлә.
Шишмә районы хакимиәте, йүнәлешле ведомстволар вәкилдәре ауыл халҡы менән күсмә осрашыу үткәргәндән һуң, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Хаҡы 2,5 миллион һум тәшкил иткән ФАП бер ай эсендә сафҡа инә.
ФАП бөтә талаптарға ла яуап бирә - унда ҡабул итеү һәм процедура кабинеттары бар, акушер-гинекология ҡорамалдары урынлаштырылған, һыу, канализация үткәрелгән, электр энергияһы менән йылытыла. Бинаға ингән урында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы пандустар ҡуйылған. 500 мең һумға кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған.
- Яңы йыл каникулынан һуң пациенттарҙы ҡабул итә башланыҡ. Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, - тип шатлығын йәшермәй фельдшер Маргарита Мөфлихунова.
Фото: Ваsh.News
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: