«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, күпселек уҡыусыларҙың сирләүенә бәйле Өфө, Бәләбәй, Нефтекама, Салауат ҡалаларында, Дыуан районында бөтә мәктәптәр карантинға ябылған. 323 мәктәптә, 10 мәктәп-интернатта һәм 56 балалар баҡсаһында, шулай уҡ мәктәптәрҙә 201 класта, балалар баҡсаларында 19 төркөмдә белем биреү туҡтатылған.