Рәсәй Президенты "Юрий Лужковтың исемен мәңгеләштереү тураһында"ғы указын имзаланы.
Лужков әфәнденең Мәскәүҙе үҫтереүгә һәм Рәсәй дәүләтселеге ҡоролошона тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, Владимир Путин шуны ҡарар итә:
Мәскәү хөкүмәтенә түбәндәге мәсьәләләрҙе ҡарарға:
Элек Юрий Лужков йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйыу; Лужковтың исемен баш ҡаланың Мәскәү хөкүмәте идаралығы университетына биреү; Лужков тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн башҡа саралар ойоштороу. Указ 14 февралдә үҙ көсөнә инде.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова