+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 17:43

23 февраль - Ватанды һаҡлаусы көнө

Атай, атаҡайым, атайым - Таяныс беҙҙең өйҙә. Атай һүҙе, бер ҡарашы - Сыбыҡ кәрәкмәй сөйҙә.

23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө яҡынлаша. Байрам уңайынан атайҙарығыҙға, олатайҙарығыҙға матур шиғырҙар уҡығыҙ. Улар өсөн ҙур ҡыуаныс һәм бүләк булыр.
АТАЙЫМ
Бер кем дә юҡтыр
Атайым төҫлө –
Ул бик тә батыр,
Ул бик тә көслө!
(Ф.Рәхимғолова)
АТАЙ
Атай, атаҡайым, атайым -
Таяныс беҙҙең өйҙә.
Атай һүҙе, бер ҡарашы -
Сыбыҡ кәрәкмәй сөйҙә.

ОЛАТАЙ
Оло булғанға – олатай,
Әсәйемдең атаһы.
Үҙе генә оло түгел,
Оло хатта ҡатаһы.
(Р.Ураҡсина)
АТАЙЫМ
Атайым минең
Бигерәк көслө.
Белмәгән эше
Юҡтыр ҙа төҫлө.
Бесән кәбәнләй,
Утынын яра.
Трактор ватылһа,
Тик үҙе ҡарай.
Атайым кеүек
Иртә торормон,
Төрлө һөнәргә
Эйә булырмын
(Ф.Хөснөтдинова)
АТАЙ КЕҮЕК БУЛАМ МИН!
Мәрәкә күреп
Һорайҙар минән.
Баш ҡатыралар
Шул һорау менән:
- Үҫкәс, кем булаң?
Яуаплай алам.
— Мин атай кеүек
Шәп кеше булам!
(З.Аҡбутина)
АТАЙЫМ
Атайым, мастерок тотоп,
Йорттар һала көн һайын,
Кирбесе тип-тигеҙ ята,
Белә ул эштең яйын!
Өс ҡатлыһын да һалды,
Биш ҡатлыһын да һалды,
Проспектта туғыҙ ҡатлы
Йортта ла уттар янды!
АТАЙ ҺҮҘЕ
Һөйөү менән һуғарылған
Бойороҡ ул юғарынан –
Атай һүҙе.
Бәйләп ҡуйып ҡаҙаҡтарға,
Аралаусы яҙыҡтарҙан,
Атай һүҙе.
Ярамай, тип ҡырт киҫһә лә,
Ҡурсыуҙарын тоя күңел.
Яратам, тип иркәләһәң,
Атай, миңә шундай еңел.
Бер әйтеүҙән ҡайһы берҙә
Күтәреүсе өҫкә, үргә.
Атай һүҙе.
Бер атыуҙан ҡайһы берҙә,
Төшөрөүсе күктән ергә,
Атай һүҙе.
Өтөп ала, ҡурып ала,
Иңдәремә бурыс һала,
Атай һүҙе.
Уттан алып һыуға һала,
Аҙашыуҙан алып ҡала,
Атай һүҙе.
Ҡанатымды нығытырҙай
Көс ул көсһөҙ сағымдағы,
Атай һүҙе.
Рәхмәт әйтеп баш эйҙерә,
Хөрмәт тигән әҙәп, тағы
Атай үҙе.
(Г.Хәлфетдинова)
АТАЙЫМА
Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Сабырлығың, тыныс аҡылың
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.

Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең,
Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ!
- Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр,
Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ.

Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.

Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем,
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.

Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!

Фирүзә Абдуллина
АТАЙ ҺҮҘҘӘРЕ

Атай һүҙҙәре ныҡ була
Саҡматаш кеүек!
Был турала һеҙ балалар
Ҡуйығыҙ белеп.

Атай кеше әйткән һүҙен
Берәгәй әйтер,
Ирҙәр һүҙенең ныҡлығын
Атай күрһәтер..

Үпкәләмәгеҙ атайға
Ул бит бер генә,
Ғаиләгеҙҙең янында
Һаҡта гел генә..

Атайҙың һөйөүө әҙ тип
Борсолма юҡҡа,
Әсәйең аша сағыла
Ул тирә-яҡҡа..

Әсәйең дә, атайың да
Донъяла берәү,
Улар икеһе лә һиңә
Тормошта терәү!

Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә
Олатайым матрос булған,
Диңгеҙ, океанда йөҙгән.
Акула менән киттарҙы
Яҡындан ғына күргән.

Ә атайым – пограничник –
Ил сиктәрен һаҡлаған.
Ватанына биргән антын
Тик «бишле» гә аҡлаған.

Олатайым һәр саҡ әйтә:
«Ир эше – илде һаҡлау.
Тоғролоғоң, эшең менән
Тыуған илеңде яҡлау».

Әлегә мин бәләкәймен,
Йөрөмәйем мәктәпкә.
Һалдат буласаҡ егеткә
Күнеү кәрәк тәртипкә.

Үҫермен, егет булырмын,
Гимнастерка кейермен.
Олатай, атайым кеүек,
Ғорур баҫып йөрөрмөн.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Олатай

Олатайым һис ҡарт түгел,
Бына тигән шәп бабай.
Ул гитараға ҡушылып
Заманса йырҙар йырлай.

Минең кеүек джинсы кейеп
Эшенә барып ҡайта.
Үтә дуҫбыҙ, тик шулай ҙа
Шелтәләргә ярата:

Уныңса беҙ әҙ уҡыйбыҙ,
Ҡорабыҙ йәмһеҙ уйын.
Улар йәш саҡта күңелле
Үткән һәр Һабан туйы.

Олатай менән бергәләп
Иртәнсәк йүгерәбеҙ.
Ашыҡҡанда кроссовканы
Хатта бутап кейәбеҙ.

Компьютрҙы хәҙер үҙе
Миңә ҡайсаҡ өйрәтә.
Үтә дуҫбыҫ, ә шулай ҙа
Шелтә һүҙҙәре әйтә:

Уныңса беҙ интернетта
Көн буйы ултырабыҙ.
Арҡа умыртҡаһын бөгөп,
Ыштанды туҙҙырабыҙ.

Ә уларҙың бала сағы
Урамда гөрләп үткән.
Сыбыҡ аттарҙы һыбайлап
Туҙан туҙҙырып киткән.

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА )
Читайте нас: