+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 16:48

Бында илһөйәрҙәр тәрбиәләнә

Үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү....

Илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ.
Һәр заманда ла белем усаҡтарында үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү - төп маҡсаттарҙың береһе. Ысынлап та, һәр бала Тыуған ерен, телен яратырға, һаҡларға, тарихи үткәнебеҙгә битараф булмаҫҡа тейеш.
Беҙҙең Беренсе Этҡол урта мәктәбе был тәңгәлдә бик һөҙөмтәле эшләй. Һәр йылдағыса февраль айы быйыл да хәрби-патриотик айлыҡ итеп иғлан ителде һәм, планға ярашлы, барлыҡ саралар ҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Уҡыусылар өсөн Ил һаҡсылары көнөнә фотоһүрәттәр конкурсы иғлан ителде, улар мәктәптең тотош бер стенаһын биләп тора. Ил һаҡлауға төрлө йылдарҙа барып ҡайтҡан, Бөйөк Ватан, Афған, Чечня һуғыштарында ҡатнашҡан, хәрби бурысын үтәгәндә мәрхүм булған, әлеге ваҡытта әрме хеҙмәтендә булған атай-ҡартатайҙар, ағай-олатайҙар тураһында мәғлүмәттәр туплап һәр класс стена газеталары сығарҙы. “Ватаныма һөйөүемде туған телдә еткерәм” исеме аҫтында үткән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә уҡыусыларҙың күпләп ҡатнашыуы – уларҙың телгә, Ватанға битараф түгеллектәрен күрһәтте. “Саңғы юлы-2020 не балаларҙың ата-әсәләре генә түгел, барлыҡ ауыл халҡы тамаша ҡылды. Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 31 йыллығына арнап районда үткәрелгән ҙур сарала мәктәбебеҙҙең физик тәрбиә дәрестәре уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улының тәрбиәләнеүселәре - Йәш армеецтар күрһәтмә сығыш менән ҡатнашып ҡайттылар. Ошо көндәрҙә хәрби йырҙарҙы маршҡа һалыу буйынса 1-се-11-cе кластар араһында ярыш ойошторолдо. Бында ла уҡыусыларҙың юғары әҙерлеге күренде. 8-се класс уҡыусылары яуҙа ятып ҡалған ата-олатайҙарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған обелискының эргә-тирәһен ҡарҙан таҙартып ҡайтһа, 7-селәр тыл һәм хеҙмәт ветераны Абулгазина Фәрзәнә инәйгә өй эштәрендә ярҙам итешергә барҙы. Ҡыҫҡаһы, уҡыусыларыбыҙҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ҙур ойошҡанлыҡ менән бара. Киләсәктә бының һөҙөмтәһен тотош илебеҙ менән күрербеҙ тигән ышанысыбыҙ ҙур.
Гүзәл Мәхмүтова, уҡытыусы.
Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол ауылы.
Читайте нас: