+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 13:33

Владимир Путин Мишустин хаҡында дөрөҫөн әйтте

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты ТАСС агентлығының "Владимир Путинға 20 һорау" проектына интервью биргәйне. Шунда ил башлығынан беҙҙең яңы Премьер-министр Михаил Мишустин тураһында ла һорағандар.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты ТАСС агентлығының "Владимир Путинға 20 һорау" проектына интервью биргәйне. Шунда ил башлығынан беҙҙең яңы Премьер-министр Михаил Мишустин тураһында ла һорағандар. Президенттың яуабы, һәр ваҡыттағыса, ҡыҫҡа һәм аныҡ булған.
Владимир Путин Мишустинды тәҡдим ителгән дүрт кандидатура араһынан һайлап алған. Михаил Владимировичтың шәхси һәм эшлекле сифаттарын күҙ уңында тотҡан ил етәксеһе. Уның Федераль һалым хеҙмәте башлығы булып эшләгән сағындағы һөҙөмтәләренә лә күҙ һалған.
- Он (Михаил Мишустин) во время работы на последнем месте показал себя хорошим практиком и честным человеком, который добивается конкретного результата, - тигән Президент.
Әйткәндәй
"Владимир Путинға 20 һорау" проекты Президенттың Рәсәй етәкселегендә тороуының 20 йыллығына арнала. 26 мартта фильм-интервьюның тулы версияһы күрһәтеләсәк.
Фото: ТАСС.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: