Рәми Ғариповтың иң һуңғы шиғыры...
19 февраль, 1977 йыл.
Иртәгәһенә шағир был донъянан китте.
...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.
Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...