+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 10:34

Тиҙҙән баш ҡалала яңы музыка мәктәбе асыла

Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә лә музыка мәктәбе тиҙҙән ишектәрен аса. Башҡа мәктәптәрҙән ул заманса итеп төҙөлөүе, йыһазландырылыуы менән айырылып тормаҡсы.

Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә лә үҙ музыка мәктәбе тиҙҙән ишектәрен аса. Башҡа мәктәптәрҙән ул заманса итеп төҙөлөүе, йыһазландырылыуы менән айырылып тормаҡсы.
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбен асыу март айына тура килә. Ул 150 балаға иҫәпләнгән һәм 1600 квадрат метр майҙанды биләй.
Йыр-моң һәм белем усағында музыка ҡоралдары һәм хор бүлмәләрендә тауыш изоляцияһы булдырылған, уйын ҡоралдары һатып алынған. Мәктәптә шулай уҡ заманса бейеү синыфтары бар, һаулығы сикләүле балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Музыка мәктәбе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы төҙөлдө.
Быйыл Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында 100, Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 120 урынлыҡ музыка мәктәптәрен төҙөү проекттары тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: