+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 10:24

Владимир Путин Санкт-Петербургта урындағы халыҡ менән һөйләште

Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында Владимир Путинға бер ҡатын пенсия йәшендәгеләргә нисек итеп 10 мең һумға йәшәргә тейешлеге тураһында һораны. Президент яуабы ҡыҫҡа булды.

Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында Владимир Путинға бер ҡатын пенсия йәшендәгеләргә нисек итеп 10 мең һумға йәшәргә тейешлеге тураһында һораны. Президент яуабы ҡыҫҡа булды.
19 февралдә Владимир Путин Санкт-Петербургта булды, унда ул ҡаланың элекке мэрының һәйкәленә сәскә һалды. Аҙаҡ эргәһенә йыйылған халыҡ менән әңгәмә ҡорҙо. Бер ҡатын Путиндан: “Айына 10800 һумға пенсиионер нисек йәшәргә тейеш?” – тигән һорау бирҙе. Ил башлығы уға: “Бик ауыр”, - тип яуап ҡайтарҙы.
Ҡатынҡай Президенттың эш хаҡы ҙурлығына төрттөрмәксе булғайны, Владимир Путин әллә ни бик күп аҡса алмауы, илдә тағы ла ҙурыраҡ эш хаҡы алыусылар барлығы тураһында әйтте. Шулай уҡ Президент Рәсәй Хөкүмәтенең аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, һаулыҡ яғынан сикләүле граждандарға һәр ваҡыт ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтеүе тураһында ла һыҙыҡ аҫтына алып үтте.
Читайте нас: