Бөгөн – изге көн, оло йома көнө. Өфөлә көн дә салт аяҙ һәм яҙғы көн кеүек йылы: ҡыйыҡтан тамсылар тама, урамда гөрләүектәр аға. Әммә ижад күгебеҙҙе лә, күңел күгебеҙҙе лә болот ҡапланы: башҡорт халҡының арҙаҡлы улы булған Дамир Шәрәфи ағайыбыҙ арабыҙҙан китте.
Күренекле публицист, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, мәғариф отличнигы Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдиновҡа 55 йәш тә тулмаған ине. Ғүмерен башҡорт матбуғатына, башҡорт әҙәбиәтенә, башҡорт халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған әҙип “Аманат” журналы тарихында ла яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә “Аманат” менән дуҫлыҡты өҙмәне, “Башҡортостан ҡоштары”, “Тәбиғәт мөйөшө” рубрикаларын бөгөнгәсә уның ҡыҙыҡлы мәҡәләләре биҙәне.